"Ҡарға бутҡаһы"

 "Ҡарға бутҡаһы" байрамы менән июль айында буласаҡ"Балалар майҙансығы"н башлап ебәрҙек, аллаға шөкөр көн дә беҙ теләгәнсә матур, аяҙ булды.
Йола буйынса бала-саға менән урамдар буйлап, һамаҡлап бүләктәр йыйып , йыйылған бүләктәрҙе отоп, уйындар уйнап, бутҡа ашап, күңел асып, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып,яҡшы теләктәр теләп таралыштыҡ...
Бүләктәрен әҙерләп көтөп торған апай-өләсәйҙәргә, ағай-бабайҙарға,ҡайһылары еләккә сығып китһә лә, баҡсаға элеп-бүләк ҡалдырған,"Мәҙинә" киоскаһы хужабикәһенә, "Теремок" магазинына һәм дә ошо сараны матурлап килгән,ихлас ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға Оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ
Фотолар сайтта https://xn----htbqaccgaqbb7ae7m.xn--p1ai/news/item/217


Карта сайта
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих
персональных данных. Подробности в - ПОЛИТИКЕ КОНФИДЕНЦИАЛЬНОСТИ