ГосУслуги
www.gosuslugi.ru
Ҡарға бутҡаһы байрамы менән июль айында буласаҡ "Балалар ю майҙансығы"н башлап ебәрҙек, аллаға шөкөр көн дә беҙ теләгәнсә матур, аяҙ булды.
Йола буйынса бала-саға менән урамдар буйлап, һамаҡлап бүләктәр йыйып , йыйылған бүләктәрҙе отоп, уйындар уйнап, бутҡа ашап, күңел асып, ҡалған бутҡаны ҡоштарға һалып,яҡшы теләктәр теләп таралыштыҡ...
Бүләктәрен әҙерләп көтөп торған апай-өләсәйҙәргә, ағай-бабайҙарға,ҡайһылары еләккә сығып китһә лә, баҡсаға элеп-бүләк ҡалдырған, "Мәҙинә" киоскаһы хужабикәһенә, "Теремок" магазинына һәм дә ошо сараны матурлап килгән,ихлас ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға Оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбез
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ
Ссылки