Этно-фестиваль «Ай Уралым, Уралым»

12 июль Баҡшай яланында үткән Республика Этно- Фестивале программаһын тулыландырып беҙҙең "Әүешкүл йәшмәләре" коллективы ла бик матур сығыш яһаны.
Ошо ойошмала иң актив шөғөлләнгән активистарыбыҙҙы Район һәм мәҙәниәт етәкселлеге билдәләп китте.
 Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан иң тырыш, иң пунктуаль, иң тәмле ҡоймаҡ ҡойоусы Хима Лоҡманова
 Башҡорт кейемдәрен тергеҙеү буйынса- тамбурлы сигеү, ҡашмау, селтәр, хәситә,алъяпҡыс ,сарыҡ, келәм һуғыу оҫтаһы Римма Байрамғолова 
Халыҡ йырҙарын йыйыусы,дөрөҫ итеп,үҙенсәлекле башҡарыусы, оҫта йыраусы Рифҡәт ағай Мөхәмәтшин, рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.
Фольклор буйынса ижади коллективыбыҙ "Тере туй"йолаһын сәхнәләштереп "Гран-при "ға лайыҡ булдылар, ҡуйыусыһы- Әлфиә Ҡорамшина. Афариндар!!!
Шулай уҡ күп йылдар мәҙәниәт өлкәһендә шәхси өлөшө, сәнғәттә эшмәкәрлеге өсөн Мәҙәниәт Министрлығы исеменән Рәхмәт хаттары Айгөл Сәғитова hәм Әлфиә Ҡорамшина лайыҡ булдылар.
Барыһын да Ҡотлайбыҙ һәм һәр берегеҙгә ижади ҡомар, күңелдәрегеҙгә илһам теләп ҡалабыҙ!
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, матур йәшәйек

12 июля наш коллектив «Әүешкүл йәшмәләре» дополнил программу Республиканского этнофестиваля на Бакшайском поле. Самые активные участники этой организации были награждены руководством района и культурным центром.

Несмотря на свой возраст, трудолюбивая, пунктуальная, активная участница-Хима Лукманова
 Мастер тамбурной вышивки, кашмау, хаситы, платка, различных узоров башкирской национальной одежды Римма Байрамгулова  
Хранитель народных песен, уникальный исполнитель, искусный певец Рифкат Мухаметшин награждены благодарственными письмами.
Наш творческий коллектив по фольклору завоевал Гран-при за постановку обряда «Живая свадьба» режиссером постановщиком которого является Альфия Курамшина. Молодцы!!!
Айгуль Сагитова и Альфия Курамшина также были награждены благодарственными письмами от Министерства культуры за многолетний личный вклад в сферу культуры и искусства.

Поздравляем всех и желаем каждому из вас творческого энтузиазма и вдохновения!
Будем вместе, будем едины, будем жить красиво!!!


Карта сайта
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих
персональных данных. Подробности в - ПОЛИТИКЕ КОНФИДЕНЦИАЛЬНОСТИ